Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ноябрь 2019, 15:40

Радий Хәбиров: Күрһәткестәр насар түгел

Башҡортостанда ағымдағы йылдың туғыҙ айы өсөн макроиҡтисади күрһәткестәр билдәле булды.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ғинуар-октябрь айҙарында төп каиталға инвестиция күләме 115,1 процент тәшкил иткән. Был ҙур булмаһа ла, үҫеш.

Әйткәндәй, республика етәксеһенең "сентябрь указы"нда 2024 йылға инвестиция күләменең суммаһын 500 миллиард һумға еткереү күҙалланған.

Тағы ла макроиҡтисади күрһәткестәргә туҡталғанда, улар түбәндәгесә:

Сәнәғәт индексы - 104,4 процент. Ауыл хужалығы продукцияһы күләме лә ярайһы ғына - 100,4 процент. Торлаҡ төҙөлөшө күләме 6,5 процентҡа артып, 1,7 млн кв. метр тәшкил итә.

Социаль үҫеш күрһәткестәре лә ыңғай баһалана.

Мәҫәлән, реаль хеҙмәт хаҡы үҫеше ғинуар-сентябрь айҙарында 102,6 процент булған. Үлем кимәле төшкән. Тышҡы факторҙарҙан үлеү 10 процентҡа кәмегән, алкоголь менән ағыуланып ғүмер өҙөлөү кимәле 47 процентҡа төшкән. Янғында үлеү 36,7 процентҡа әҙәйһә, юл-трансполрт фажиғәләре ҡорбандары 15,4 процентҡа түбәнәйгән.

- Күрәһегеҙ, һандар насар түгел, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Коллегаларға рәхмәт, артабан да эште дауам итәйек.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-K-r-tkest-r-nasar-t-gel-12659/

Читайте нас: