Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ноябрь 2019, 11:00

Ултырыш туған телдә үтте

Борай район Советының ултырышы беренсе тапҡыр башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында үтте. Ул онлайн режимда барҙы.

Доклад яһаусыларҙың барыһы ла туған телдә сығыш яһаны. Борай районы хакимиәте башлығының финанс эштәре буйынса урынбаҫары Әлфидә Дүсмәтова 2019, 2020 һәм 2021 йылдарға район бюджетын планлаштырыу буйынса проектҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында һөйләһә, шәхси милек менән идара итеү комитеты рәйесе Раушания Хәйруллинаның сығышы район муниципалитеты милкенең Борай ауыл советының муниципаль шәхсилегенә күсеүе тураһында булды.

Борай район Советы йыйылышын түбәндәге һылтанмаға инеп ҡарай алаһығыҙ:
Фото Борай районы хакимиәте сайтынан.



Читайте нас: