Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2019, 23:05

Башҡортостандың иң яҡшы тауары

Бөгөн Өфөлә “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Унда иң сифатлы продукция етештергән республика предприятиелары бүләкләнде. Башҡортостан Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең бүлек мөдире Сабит Солтанов әйтеүенсә, бындай конкурс ойошмаларға етештергән тауарын ҙур баҙарға сығарырға мөмкинлек бирә.

“Беҙҙең ойошма халыҡ тормошона туранан-тура бәйле. Ҡулланыусы һәр ваҡыт хаҡлы булыуын оноторға ярамай”, - ти Башҡортостан Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы Сергей Севницкий.

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы 1998 йылдан ойошторола. Унда еңеүселәрҙе белгестәр һәм халыҡ бергәләп билдәләй.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: