Стэрлебаш шишмэлере
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ноябрь 2019, 19:21
Милли проектҡа ярашлы, ҡала мөхите индексы иҫәпләнгән
Рәсәй буйынса уңайлы ҡалалар исемлеген төҙөгәндәр. Иҫәпләп сығарылған индекс буйынса бөтә ҡалаларҙың 23,5 проценты ғына, йәғни 262-һе йәшәү өсөн уңайлы тип табылған. Ҡалғандарының махсус индексы бигүк шәптән түгел.
Башҡортостандың 21 ҡалаһынан алтауһы яҡшы исемлектә. Улар – Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы, Бәләбәй, Дүртөйлө һәм Ағиҙел. Өфөгә иһә “йәшел зона”ға инергә бер генә мәрәй етмәгән. Республика буйынса уртаса индекс 173.
Әйткәндәй, 180-дән артыҡ балл йыйған ҡалалар комфортлы һанала. Иң юғары кимәлдә 276 индексы менән - Мәскәү.
Уңайлылыҡ 36 категория буйынса билдәләнгән.
2024 йылға беҙҙә ҡалалар уңайлылығы индексын 30 процентҡа күтәрергә ниәт бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡул ҡуйылған указда шундай маҡсат ҡуйылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/milli-proekt-a-yarashly-ala-m-khite-reytin...
Читайте нас: