Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ноябрь 2019, 14:12

Өфөлә «сәнәғәт» һөнәрҙәре йәрминкәһе була

14 ноябрҙә Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.

«Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — инженер, водитель, йөк тейәүсе, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь, токарь, тракторсы һәм башҡалар.

Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

"Башинформ".
Читайте нас: