Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ноябрь 2019, 17:00

Владимир Путин министрҙы нимә өсөн тәнҡитләне

Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рус теле буйынса совет ултырышында магистратураға төркөмтәр туплағанда бюджет урындарының аҙ булыуына бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, фән һәм юғары белем министры Михаил Котюковты тәнҡитләне.

Ултырышта Воронеж дәүләт университетын миҫалға килтерҙеләр. Унда магистратура төркөмөндә ни бары алты бюджет урыны бар, ә төркөмдә кәмендә 12 кеше булырға тейеш. Котюков хәлгә аңлатма бирергә тырышты. “Статистикаға ярашлы, әле абитуриенттарҙың 40 проценты бюджет нигеҙендә белем ала, ҡалғандары – түләп уҡый. Был күрһәткестәр уҡырға ҡабул итеүҙең контроль һандарын бүлгәндә иҫәпкә алына”, – тине ул.
Владимир Путин быға яуап итеп: “ерҙәге хәлде, тормош ысынбарлығын аңламайынса, статистика мәғлүмәттәренә генә нигеҙләнеү дөрөҫ түгел”, – тине. Ул ҡағиҙәләргә төҙәтмә индереү зарурлығын белдерҙе. Магистратура төркөмө кәмендә 12 кешенән торорға тейеш икән, тимәк, унда 12 бюджет урыны булдырыу шарт, тигән фекерҙә Президент.
Владимир Путин министрға мәсьәләне хәл итергә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрәргә ҡушты. “Беҙ әле был методикаға үҙгәреш индерәбеҙ”, – тине Михаил Котюков. Президент ошо үҙгәрештәр тураһында үҙенә хәбәр итеүҙе һораны.
Читайте нас: