Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ноябрь 2019, 11:47

Таксимы, осраҡлы машинамы?

Автомобилдәр һаны буйынса маҡтанһаҡ та (ҡайһы бер ғаиләләрҙә икешәр-өсәр “тимер ат” ғәҙәти һанала), барыбер халыҡ маршрут автобусы менән дә йөрөй, такси хеҙмәте менән дә файҙалана.

Такси тигәндән, был өлкә – үҙе бер айырым донъя. Мәҫәлән, юлайҡан йөрөгән водителдәр таксистарға ысын мәғәнәһендә конкурент ролен үтәй, хатта һәр пассажир өсөн “һуғыш” бара. Социаль селтәрҙәрҙә “ултырғандар” шуны яҡшы белә: берәй ергә барам тиһәң, “юл ыңғайы алып барам, осһоҙ” тигән әллә күпме яҙыу менән осрашаһың. Мәҫәлән, танышым Сибайҙан Өфөгә такси менән бер мең һумға килде, ә тыуған яҡтарына юлланыр алдынан, ошо турала белеп ҡалғас, 600 һумға алып ҡайтҡан водителде һайланы.


Аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сығып тора. Мәҫәлән, бер танышым Сибай автовокзалында ҙур сумка күтәргән апайҙан ҡайҙа барыуын һорашҡан. “Өфөгә барырға такси көтәм, алдан һөйләшкәйнек, бер сәғәттән килеп етергә тейеш”, – тигән теге. Мут егет юлаусыға арзан хаҡҡа алып барам тигәс, ул ике уйламай ултырған да киткән. Таксист юлда саҡта шылтыратһа, “кире уйланым” тип әйтергә ҡушҡан “урланған” пассажирға. Шулай ҙа була...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: