Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ноябрь 2019, 11:53

Сысҡандар йорттарға күсә

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре сысҡан һәм башҡа кимереүселәрҙең торлаҡ йорттарға һәм келәттәргә ҡарай “миграцияһы” башланыуы тураһында иҫкәртә.

– Көҙгө мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, тикшерелгән 71 мең гектар майҙандың 44 мең гектарында сысҡандарҙың оялары табылған. Ужым культураларының бер гектарында 48 оя иҫәпләгәндәр, яландарҙа 90 оя асыҡланған. Сысҡандарҙың иң күбе Өфө районында теркәлгән. Бында бер гектар майҙанда оя тапҡандар, – тип хәбәр итә үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡова.
Белгестәр сысҡандарға ҡаршы "Бактороденцид" тип аталған дарыуҙы ҡулланырға кәңәш итә.
Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Шуға күрә подвалда, гаражда, башҡа йорт ҡаралтыларында эшләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Ауырыуҙың төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноуы, йүткереү, тамаҡ шешеү, күҙҙең күреү һәләте кәмеүе күҙәтелә. Ваҡытында дауаланмаһаң, бил, эс ауырта, тән тиреһенә сабыртма сыға. Ауыр осраҡта бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөрҙән, танауҙан, ашҡаҙандан ҡан ағыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен тойғас та дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була.
* кимереүселәр йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, был биҙгәк вирусын һаҡлаған саңды бөтөрөргә ярҙам итер;
* сысҡан йөрөгән бинала, бесән йәки башҡа төр саңлы эш эшләгәндә мотлаҡ респиратор (битлек), күҙлек һәм бирсәткә кейегеҙ;
* эш ваҡытында тартмағыҙ, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереүегеҙ бар;
* үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;
* ҡулдарығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ;
* аҙыҡ-түлекте ябыла торған һауыттарҙа һаҡлағыҙ, сысҡан ашаған ризыҡты термик эшкәртеү үткәрмәйенсә ҡулланмағыҙ;
* ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғас та, врачҡа күренегеҙ. Үҙ ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, һөҙөмтәлә хатта үлемгә илтеүе ихтимал.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: