Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ноябрь 2019, 11:50

Артем, ҡайт! Һиңә енәйәт яуаплылығы янамай

Артем Мазов менән уның ике бәләкәй малайын эҙләмәгән кеше һәм ведомство ҡалманы шикелле: полиция, ирекмәндәр, госгвардия, ҡотҡарыусылар, кинологтар, водолаздар, ветролеттар, туғандары һәм яҡындары...

Ғаиләне урмандан да, һыу төбөнән дә, ҡаланан да эҙләйҙәр. Күрше төбәктәрҙә лә эҙләү ойошторолдо хатта.

Бөгөн ғәйеп булыуҙарына туғыҙ көн. Тик улар тураһында һаман бер яңылыҡ та юҡ. Илдең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин ғаиләнең юғалыуын тикшереү өсөн Мәскәүҙән криминалистар ебәрҙе. Эҙләү файҙалыраҡ булһын өсөн “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше лә ҡуҙғатылды.

Әллә ошо тиклем кешене аяҡҡа баҫтырғаны һәм ҙур шау-шыу тыуҙырғаны өсөн Артем ҡурҡып ятамы икән? Белгестәр араһында ошондай фараз да бар бит. Бәлки ул ғаиләләге талаштан һуң ни бары ҡатынын аҡылға ултыртырға ғына теләгәндер ҙә, эштең был тиклем ҙурға китерен уйламағандыр? Енәйәт яуаплылығына ла тарттырылыуы бар бит. Тик белгестәр был йәһәттән ирҙе тынысландыра.

– Әгәр атай кеше балалары менән әсәһенең ризалығын алмай билдәһеҙ яҡҡа сығып китһә лә, уға енәйәт яуаплылығы янамай. Сөнки ул әсәй кеүек үк балаларҙың законлы вәкиле булып һанала. Ә инде балаларҙың йәшәү урыны ике яҡтың ирекле килешеүе йәки суд тәртибендә хәл ителә, – тине республика Тәфтиш комитеты вәкиле Евгений Каневский.

Ысынлап та, иҫән булып, йәшенеп ятаһығыҙ икән, ҡайтығыҙ, Мазовтар. Һеҙҙең өсөн яҡындарығыҙ ғына түгел, бөтә республика халҡы ҡайғыра бит.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: