Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ноябрь 2019, 17:00

Һалымдарҙы нисек тиҙ һәм еңел түләргә?

Әгәр һеҙҙең фатирығыҙ, машинағыҙ, дача биләмәгеҙ булһа, моғайын, почта аша һалым тураһында мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр. Шулай ҙа «Дәүләт хеҙмәттәре» йәки Һалым хеҙмәтенең сайты аша бурысығыҙҙың бармы-юҡмы икәнен тикшереп ҡуйығыҙ. Быны 2 декабргә тиклем эшләргә кәрәк.

Нисек түләү уңайлыраҡ?

- Квитанция менән үҙегеҙ теләгән банк аша.

- Банктарҙың мобиль ҡушымтаһы аша – штрих-код йәки QR -кодты танытыу юлы менән.

- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалымдарыңды түлә», «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» онлайн-сервистары йәки «Налоги ФЛ» программаһы аша.

- Һәр һалым менән айырым мәшәҡәтләнеп йөрөгөгөҙ килмәһә, үҙегеҙ теләгән ваҡытта «берҙәм һалым түләмен» башҡарып ҡуя алаһығыҙ. Был алымды телефон өсөн түләү менән сағыштырырға мөмкин: һеҙ күпме теләйһегеҙ, шул сама аҡса һалаһығыҙ, ә оператор уны тейешле урындарға бүлә – смс-хәбәрҙәр, интернет һәм башҡалар өсөн (беҙҙең осраҡта – машина, фатир өсөн). Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» аша түләү иң уңайлыһы, беҙҙеңсә. Аванс булараҡ һалынған сумма иң тәүҙә бурыс һәм пеняны ҡаплауға тотонола (әгәр улар булһа), ҡалған өлөш һалымды ҡаплауға китә.

Быйыл ниндәй яңылыҡтар бар?

- Һалым хаҡында хәбәр ҡағыҙының формаһы үҙгәрҙе. Беренсенән, элек унда барлыҡ мөлкәт күрһәтелһә, хәҙер һалым түләнергә тейеш милек кенә яҙыла. Мәҫәлән, һеҙ транспорт һалымынан тулыһынса азат ителгән булһағыҙ, автомобиль өсөн һалым ҡағыҙы ебәрелмәйәсәк. Икенсенән, айырым квитанция булмай – түләү өсөн реквизиттар, штрих-код һәм QR-код хәҙер һалым ҡағыҙында күрһәтелә.

- Хәҙер дәүләт элекке йылдар өсөн милек һәм ер һалымын ҡайтанан иҫәпләмәйәсәк, ә ер өсөн һалым былтырғы йыл менән сағыштырғанда 10 проценттан да күберәк артырға тейеш түгел.

- Иҫкәрмә: шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһына эйә булып, 10 йыл дауамында (2008 йыл һәм уға тиклем осор) төҙөлөштө тамамламаған һәм уны милек булараҡ теркәмәгән граждандар һалымды икеләтә күләмдә түләйәсәк.

- Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы өс миллион һумдан ҡиммәтерәк автомобилдәрҙең яңыртылған исемлеген баҫып сығарҙы. Ундай автомобиль хужалары, машинаһының хаҡына ҡарап, транспорт һалымын 1,1-ҙән 3-кә тиклем күтәреүсе коэффициент менән түләргә тейеш.

- Әгәр машинағыҙҙы урлаһалар, уны табып кире ҡайтарғанға йәки эҙләүҙе туҡтатҡанға тиклем һеҙ транспорт һалымы түләмәйһегеҙ. Шулай уҡ емерек йәки юҡҡа сыҡҡан биналар өсөн дә һалым түләнмәй.

- Күп балалы ғаиләләр өсөн яңы ташламалар булдырылды. Улар алты сутый ер участкаһы, һәр бала иҫәбенә торлаҡ йорттоң ете квадрат метры, фатир һәм бүлмәнең биш квадрат метры өсөн түләмәү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ был категорияға ҡараусылар 150 ат көсөнә тиклем ҡеүәткә эйә еңел автомобиль (йәки 125 ат көсөнә тиклем автобус) һатып алһалар, бер транспорт сараһы өсөн тәғәйен һалымдан ҡотола.

Миҫал: өс балалы ғаилә 100 квадрат метрлы шәхси йортта йәшәй, уларҙың 20 сутый ере һәм ике автомобиле бар. Быйылдан ғәмәлгә ингән ташламаларҙы иҫәпкә алып, был ғаилә түбәндәгесә һалым түләйәсәк:

Йорт өсөн: 100 – (7х3) = 79 кв.м.

Ер өсөн: 20 – 6 = 14 сутый

Бер автомобиль өсөн һалым һалынмай, икенсеһенекен тулыһынса түләргә кәрәк буласаҡ. Ниндәй машина өсөн түләүҙе һәр ғаилә үҙе хәл итә.

- Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, 150 ат көсөнә тиклем ҡеүәткә эйә бер еңел автомобиль өсөн һалым түләүенән инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә азат ителә.

Ни өсөн түләү күләме төрлө

кешелә төрлөсә?

Транспорт һалымының күләме – бик еңел хәл ителә торған мәсьәлә. Бер «ат көсө»нөң билдәләнгән хаҡы бар, машинаның документтарында двигателдең ҡеүәте асыҡ күрһәтелә – уларҙың береһен икенсеһенә ҡабатлайбыҙ һәм һалым күләме килеп сыға. Шулай уҡ яғыулыҡ төрө лә иҫәпкә алына: газ ҡулланыусылар ярайһы уҡ ҙур ташламаға эйә.

Ер, йорт һәм фатирҙар менән аҙ ғына ҡатмарлыраҡ. Һалым күләме милектең «кадастр хаҡы»нан сығып билдәләнә. Был осраҡта күп кенә үҙенсәлектәр – торлаҡтың ҡасан төҙөлөүе, уның ниндәй кимәлдә иҫкергән булыуы, ҡайһы ерҙә урынлашыуы, ҡаты, хатта фатирҙың эске бүленеше лә роль уйнай.

Ғәмәлдә был нисек аңлатыла? Мәҫәлән, ҡала ситендәге ике бүлмәле «хрущевка» менән үҙәктә ултырған шундай уҡ фатирҙың түләмдәре айырыла. Хатта бер йортта, әммә төрлө ҡатта урынлашҡан фатирҙарҙың түләү күләмдәре төрлөсә була.

Күрше генә урынлашҡан ике участканың һалымы ла төрлөсә булыуы ихтимал. Үҙеңдең йортоңдоң йәки фатирыңдың кадастр хаҡын rosreestr.net сайты аша белешергә мөмкин. Әгәр һеҙ ундағы мәғлүмәттәр менән риза түгелһегеҙ икән, бойондороҡһоҙ баһалаусы яллап, Росреестрҙың мәғлүмәттәрен судта тикшертә алаһығыҙ.

Бынан тыш, шәхси милексенең берәй ташламаһы, электән йыйылып торған аҡсаһы булыуы ла ихтимал. Автомобилдәр тыштан бер иш булһа ла, двигателдәре төрлө булыуы бар. Варианттар бик күп, һәр осраҡ айырым ҡаралырға тейеш.

Ҡала һәм райондар буйынса ла ставкалар күләме айырыла. Ҡайһыһы һеҙгә тап килеүен www.nalog.ru/rn02/service/tax/ һылтанмаһы буйынса белергә мөмкин. Менюла үҙеңдең ҡалаңды йәки районыңды күрһәтергә һәм 2018 йылғы һалым йылын күрһәтергә кәрәк. Шунда уҡ һеҙ йәшәгән муниципалитетта ниндәй льготалар һәм ташламалар булыуын белергә була.

Әгәр һалымығыҙҙы ваҡытында түләмәһәгеҙ, 3 декабрҙең иртәһендә үк һеҙ бурыслы булып һаналасаҡһығыҙ һәм пенялар өҫтәлә башлаясаҡ. Әлеге ваҡыттағы законға ярашлы, ул көнөнә 0,025 процент тәшкил итә. Мәҫәлән, 1 мең һум бурысығыҙ булһа, пеня көнөнә 25 тиндән иҫәпләнәсәк һәм айына 7,5 һум булып йыйыласаҡ. Әгәр бурыс күләме 10 мең һумдан артһа, һеҙ уны тулыһынса түләмәй тороп, сит илгә сыға алмаясаҡһығыҙ.


БР « РеспубликаБашҡортостан» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы редакцияһы.
Читайте нас: