Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь 2019, 13:15

Республикала Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы башлана

31 октябрҙә ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, алтынсы Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы башланды.

«Аҙналыҡтың төп маҡсаты һәм тематикаһы – финанс хеҙмәттәрен цифрлаштырыу, — тип хәбәр итте шаршамбы «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында республиканың финанс министры Лира Иғтисамова. – Бөгөн быға ихтыяж бик юғары. Интернет аша түләү менән бәйле хәүеф күп. Ваҡытында уйлап еткермәйенсә йә иһә ниндәйҙер продукт йәки хеҙмәт менән файҙаланған өсөн экранда яҙылған шарттарҙы уҡымайынса, бер генә төймәгә баҫып, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин. Бында хәүеф ҙур, әлбиттә, һәм шуға күрә уға ҙур иғтибар бүлергә, һәр кешегә көндәлек тормошта кәрәкле белем бирергә тырышырға тейешбеҙ».
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығының төбәк операторы – Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы.
Әйткәндәй, тап Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы сайтында Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы барышында Башҡортостанда күҙалланған саралар тураһында бөтә мәғлүмәт бар. Бында халыҡтың финанс белеме хаҡында методик материалдар, видео-лекциялар һәм дәрестәр ҙә табырға мөмкин.
«Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы уҙғарылған осорҙа Башҡортостанда ныҡлы уҡытыу-методик база булдырылды. Республикала көҙгө һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы ла уңышлы үтер тип ышанам», — тип белдерҙе Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы директоры Рафаэль Сафуанов.
Уның һүҙҙәренсә, сараға республика Финанс министрлығы, кредит ойошмалары, страховкалау компаниялары, башҡа финанс структуралары хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән йөҙҙәрсә лектор саҡырылды.
Республикала Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылға аҡса аҙналығын үткәреүҙә Башҡортостан буйынса Милли банк та әүҙем ҡатнаша.
Көҙгө һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы-2019 14 ноябрҙә тамамлана.
Читайте нас: