Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь 2019, 13:20

Микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка һалып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә – Башҡортостан буйынса Милли банк

1 ноябрҙән микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка һалып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Уларға фатирҙарҙы һәм йорттарҙы, кеше йәшәгән күсемһеҙ милектең өлөшөн, шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөш килешеүе буйынса буласаҡ торлаҡҡа хоҡуҡты залог итеп алырға ярамай. Сикләү бәләкәй һәм урта бизнес өсөн кредит биргән дәүләт ҡатнашлығындағы микрофинанс ойошмаларына ҡағылмай, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.
Шуның менән бергә теләһә ниндәй микрофинанс ойошмалары кеше йәшәмәй торған күсемһеҙ милекте залог итеп алып займ биреү хоҡуғын һаҡлап ҡала.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай үҙгәрештәр заемсыларҙы уларҙың торлағы менән мутлашыу осраҡтарынан һаҡлай. Элек закон юридик берәмектәргә ипотека займын биреүҙе тыймай ине. Намыҫһыҙ ойошмалар был займды заемсының фатирын үҙҙәренә тартып алыу ысулы итеп файҙаланды. Йыш ҡына улар микрофинанс ойошмаһы исеме аҫтында эш итте.
Кредит ҡулланыусылар кооперативтары дәүләт реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына Башҡортостанда бөтәһе 48 микрофинанс ойошмаһы теркәлгән. Был һан республикала эшләгән, ләкин илдең башҡа төбәктәрендә теркәлгән микрофинанс ойошмаларын иҫәпкә алмай.
Читайте нас в