Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Октябрь 2019, 11:00

Өфөлә "Мой бизнес" эшҡыуарлыҡ форумы уҙа

Форум кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү милли проекты сиктәрендә ойошторола. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы, Республика Хөкүмәте һәм Синергия университеты үткәргән сара өс меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйҙы.

Улар өсөн көн дауамында эшҡыуарҙар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре сығыш яһай. Маҡсатыбыҙ –– халыҡты эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеп, уның нескәлектәрен аңлатырға, ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.

Форумға үҙ эшен башлаған эшҡыуарҙар ҙа, был өлкәгә яңы инергә теләүселәр ҙә йыйылған.

"Мой бизнес" форумы Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында үтә, теркәлеү һәм ҡатнашыу бушлай.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: