Был хаҡта кисә, 29 октябрҙә, «Орнамент» халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән таныштырыу сараһында иғлан ителде. Һөнәрҙәр – мәҙәни мираҫтың мөһим милли өлөшө. Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының бурысы – һөнәрселәрҙең ғаилә династиялары традицияларын тергеҙеү, йәштәрҙе халыҡтың башланғыстарына йәлеп итеү һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
«Орнамент» маркетинг, брендты яҡлау буйынса вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрергә; оҫталарға һәм һөнәрселәргә күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә, үҙеңде профессиональ яҡтан үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә ниәтләй.
«Орнаментум» журналын сығарыу идеяһы күптән өлгөрөп еткән. Беҙ баҫманы мәғлүмәт таратыуҙан тыш, ә һәр уҡыусы өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп төҙөнөк. Һөнәрсенең ғәҙәти көндәрен һәм байрамдарын, халыҡ башланғыстарына һәм традицияларына ихтирамлы мөнәсәбәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү – яңы баҫманың мөһим бурыстарының береһе», — тип билдәләне журналды ойоштороусылар.