Уның ойоштороусылары – Архангел районы хакимиәте һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Тапшырыуҙар серияһының төп геройҙары – республиканың күп балалы ғаиләләре . Һәр сығарылышта ике ғаилә тыуған төйәгебеҙҙең иң матур урындары буйлап сәйәхәткә сығасаҡ. Тәүгеләрҙән булып Архангел районынан Семенчук һәм Бүләкҡоловтар ғаиләһе мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлланасаҡ.
Проекттың тапшырыуын төшөрөү 4 октябрҙә башлана. Таулы йылғалар, мәмерйәләр буйлап тур ике көн дауам итә. Ошо ваҡыт арауығында ғаиләләр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм еңеүгә ынтылыуын күрһәтеп өлгөрөргә тейеш.
Еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү буйынса билдәләнәсәк. Ә еңеүсе ғаиләгә Архангел районы хакимиәте бүләк тапшырасаҡ.
Тревел-шоу дүрт миҙгел дауам итә. Йылдың төрлө миҙгелендә төшөрөлгән тапшырыуҙарҙа тамашасы республикалағы туризм төрҙәре менән таныша аласаҡ. Проект экология һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтте лә күҙ уңында тота. Яңы проект һәм уның ҡатнашыусылары хаҡында «Бәйләнештә» сайтында рәсми төркөмдә танышырға була.