Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2019, 11:18

Владимир Путин эскроу-иҫәптәр менән ҡыҙыҡһынды

Рәсәй Президенты Үҙәк банк Рәйесе менән осрашып, байтаҡ ҡына мәсмьәлә буйынса һөйләште.

Владимир Путин Эльвира Нәбиуллинанан төҙөлөш тармағын финанслау хаҡында ентекле һорашты. Ишеткәнһегеҙҙер, хәҙер торлаҡ төҙөлөшө өсөн граждандарҙан аҡса эскроу-иҫәп системаһы буйынса йыйыла. Шулай иткәндә халыҡ "алданған өлөшсө" булмай, тиҙәр.

Эльвира ханым әйтеүенсә, әле эскроу-иҫәп схемаһы менән 95 банк эшләргә хоҡуҡлы. Хоҡуҡлы, әммә барыһы ла эшләргә теләп еткермәй. 39 банк ҡына, эшләйбеҙ, тигән.

Урындағы властар ҙа төҙөлөш эшен контролләргә тейеш. Йәғни, инфраструктура йәһәтенән уларҙың хәстәрлеге булыуы шарт.

- Очень важно своевременно скоординировать эту работу: финансовые учреждения с одной стороны, застройщик со второй, местные власти, которые должны поработать над этой инфраструктурой, региональные должны поддержать. И федеральное Правительство тоже.

Потому что нужно поддержать регионы с точки зрения финансовой обеспеченности для решения всех этих вопросов, если у них самих силёнок не хватает.

Мы с Вами регулярно это обсуждаем, будем и дальше это делать, но в текущем режиме. Конечно, роль Центрального банка тоже достаточно большая.

Как Вы в целом оцениваете ситуацию в отрасли, имею в виду уже не строительную, а финансовую отрасль, в финансовой сфере и макроэкономике? - тип һораны Президент.

Дөйөм алғанда, банк системаһы тотороҡло. Капитал етерлек, ликвидлыҡ етерлек. Былар кредитлау күләмен дә арттырырға мөмкинлек бирә, иҡтисади үҫешкә лә булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: