Шулар араһынан 24 компания, мәҫәлән, легаль булмаған кредит биреүсе тип табылған.
Ошо уҡ арауыҡта республикала тағы ла ун ойошманың финанс пирамидаһы рәүешендә эшмәкәрлек алып барғаны билдәле булған. Улар, нигеҙҙә, ҡулланыусылар кооперативы һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт нигеҙендә эшләгән. Ҡайһылары хатта тотош төркөм ойошторған.
Был алдаҡсы компаниялар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә хужалыҡ эшмәкәрлеге алып бармаған, бары халыҡтан аҡса йыйыу менән генә шөғөлләнгән, вклад өсөн юғары күләмле табыш, торлаҡ, ҡиммәтле автомобилдәр вәғәҙә иткән. Шулай халыҡты талап, тишек кәмәгә ултыртҡандар.
Рәсәй Үҙәк банкы белгестәре ошондай ойошмаларҙан һаҡ булырға, уларҙың эшмәкәрлегенең законлылығын асыҡларға өндәй. Ә быны Үҙәк банк сайтында тикшерергә була.
"Башҡортостан" гәзитенән.