Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь 2019, 16:37

Республика көслө дауыл эҙемтәләре менән көрәшкә 4 миллион һум бүлде

Көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Башҡортостан 4 миллион һум самаһы аҡса бүлде. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдерҙе.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров зыян күргән райондарҙың башлыҡтарына яҡын арала тергеҙеү эштәрен тамамларға кәрәклеген әйтте. Муниципалитеттарға аҡса бөгөн үк күсә.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев һүҙҙәренсә, 19 сентябрҙә көслө дауыл һөҙөмтәһендә 158 тораҡ пунктта электр менән тәьмин итеү системаһы боҙолдо. Был 36 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Ике шәхси һәм өс күп фатирлы йорттоң, 18 социаль һәм производство тәғәйенләнешендәгебинаның ҡыйыҡтары өлөшләтә емерелде. Электр тәьминәте тәүлек эсендә тергеҙелде, ҡыйыҡты ремонтлау эштәрен тиҙ арала тамамларға нииәтләйҙәр.

Читайте нас: