«Барлығы өс йыл дауамында ҙур проекттарҙы һәм магистраль инфраструктураны модернизациялау һәм киңәйтеү комплекслы планын ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан яҡынса 7 триллион һум йүнәлтеү күҙ уңында тотола», — тип хәбәр итте 19 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте ултырышында Дмитрий Медведев. Аҡсаның күп өлөшөн социаль өлкәне үҫтереүгә йүнәлтергә планлаштырыла, тип өҫтәне ул.
Шулай итеп, 2020-22 йылдарҙа дәүләт проекттарын финанслау 6,5 триллион һумдан 7 триллион һумға тиклем артасаҡ.
Башҡортостанда әлеге проекттарҙы финанслау 6 йылда 10 милиард һумға етәсәк тип көтелә.