Был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 7,5% юғары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һуңғы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Башҡортостанстат мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылдың ғинуар-июлендә табиптарҙың уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 64 мең һум тәшкил итте (7,7% юғары).
Шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар уртаса 32 мең һум ала (+7,1%). Санитаркаларҙың һәм башҡа кесе медицина персоналының уртаса эш хаҡы 31,8 һум булды. Был үткән йылдың ошо уҡ осор күрһәткесенән бер процентҡа юғары.