«Индюшкин» бренды аҫтында күркә ите ите етештергән Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы һөҙөмтәһеҙ менеджмент арҡаһында 2017 йылдың сентябрендә туҡтатылды һәм мартта банкрот тип танылды. Кредиторҙарҙың предприятиеға талаптарының дөйөм күләме — 17 миллиард һумдан ашыу, шуның 12 миллиард һумы — Россельхозбанк талабы. Предприятие күркә ите етештереү буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урын биләне, унда 1400 кеше эшләй ине.
«Коммерсант» мәғлүмәттәренә ярашлы, предприятиеның яңы инвесторы булып Azimut Hotels ҡунаҡханалар селтәре хужаһы Александр Клянчин менән бәйле «Урал» ҡошсолоҡ комплексы» компанияһы (Мәскәү) сығыш яһай. Канада тәьминәтсеһе менән 2 мең йомортҡа килтереү өсөн килешеү төҙөлгән, уларҙан яңы ҡош-ҡорт үҫтереү күҙаллана. Әле эшмәкәрлекте тергеҙеү эштәре бара, ҡорамалдар тикшерелә, хеҙмәткәрҙәр һайлап алына.