«Еңеүсе ихата буйынса миңә ғариза бирелә һәм мин уны финанслай башлайым. Бер ихатаға 5 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға унда балалар майҙансығы ҡуйырға, ихатаның биләмәһе ныҡ ҙур булмаһа, шул аҡсаға уны тулыһынса төҙөкләндерергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.