Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2019, 11:30

Октябрҙә Өфөлә «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бер сәғәтлек тариф индерәләр

Октябрҙән Өфөлә «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бер сәғәтлек тариф индереү күҙаллана.

«Алға» картаһы буйынса автобустарҙа юл хаҡы — 20 һум, троллейбустарҙа һәм трамвайҙарҙа 18 һум була. Электр транспортынан автобусҡа күсеп ултырғанда билет өсөн өҫтәмә аҡса түләү талап ителмәй. Был хаҡта Хөкүмәттәге «Транспорт сәғәте»ндә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.


1 сентябрҙән «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы автобустарында сәғәт эсендә бер билет менән төрлө маршруттарға күсеп ултырырға мөмкинлек биргән тариф ғәмәлгә инде. «Алға» картаһы проекты июлдә эшләй башланы һәм төбәк муниципалитеттарында тарала.


Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, август уртаһына карта буйынса түләп йөрөү 48% етте.



"Башинформ".
Читайте нас: