Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Сентябрь 2019, 16:10

Өфө аэропортынан Рәсәйҙең 27 ҡалаһына осорға мөмкин

Йәйге теҙмәлә Башҡортостан баш ҡалаһынан Симферополь, Сочи, Анапа, Геленджик, Санкт-Петербургҡа рейстар йышыраҡ башҡарылған. Ҡазан, Екатеринбург, Һамар, Түбәнге Новгород, Краснодар, Дондағы Ростовҡа даими осоштар яһала, тип хәбәр итәләр аэропорттан.

Авиакомпаниялар Өфөнән тураға Себер ҡалаларына ла рейстар башҡара. Башҡортостан баш ҡалаһы аэропорты илдә эске осоштар күрһәткесе буйынса яҡшыларҙан иҫәпләнә.
Читайте нас: