“Электр һәм йылылыҡ энергияһына, мотор яғыулығына хаҡ буйынса мәсьәләне күтәрҙем. Совет осоронда был проблемалар ваҡытында хәл ителмәне, хәҙер иһә бензинға, энергияға ҡулай хаҡ билдәләүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер кәртәләр бар. Президент ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Мәсьәлә ябай түгел, әле Хөкүмәт хәлде яйға һалыу юлдарын эҙләй, – тине Осипов.
Уның әйтеүенсә, осрашыуҙа шулай уҡ медицина, мәғариф, спорт, мәҙәниәт объекттарын артабан үҫтереү һәм тергеҙеүгә ҡағылышлы тема күтәрелде.