Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2019, 10:11

Радий Хәбиров ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе

Радий Хәбиров кисә Мәләүез районына эш сәфәре һуңында журналистар менән аралашып, Башҡортостан иҡтисады өсөн мөһим булған бер проект хаҡында әйтте.

Көҙ бында М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы яңынан эшләй башлаясаҡ. Предприятиела "Индюшкин" маркаһы аҫтында күркә ите етештерелә ине, тик, һөҙөмтәһеҙ менеджмент сәбәпле, ул ябылды. Бында 1400 кеше эшләй торғайны.


“Беҙ инвестор таптыҡ, үҫеш юлдарын билдәләнек. Район хакимиәте башлығы миңә, эшселәр йыйыу башланды, тип әйтте. Был – үтә шатлыҡлы яңылыҡ. Бер нисә йыл буйына буш торған предприятие яңынан эш башлай һәм көҙ яңы тауар менән ҡыуандырасаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: