Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2019, 00:30

Автобустарға байыныҡ

Бөгөн "Башавтотранс" уңайлы яңы автобустарҙың сираттағы партияһын алды.

"Өфө-Арена" алдында "Вектор Некст" маркалы 180 автобустың асҡыстарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов, ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов һәм республиканың Транспорт һәм юл төҙелеше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов предприятиеның 16 филиалы директорҙарына асҡыстар тапшырҙы.

"Башавтотранс" предприятиеһы етәксеһе Нәдир Сәмиев, транспортты бүлгәндә республика халҡының теләктәре лә иҫәпкә алынды, тине. Автобустарҙың бер өлеше Өфөлә ҡала яны маршруттарында ҡала.

- Быйыл "Башавтотранс " барлығы 527 автобус аласаҡ, 418ен беҙ инде алдыҡ, йыл аҙағына тиклем тағын 109 ҙур класлы автобус киләсәк, шуларҙың 35е - дизель һәм 74е газ-мотор яғыулығында эшләй. Улар барыһы ла Өфөлә ҡаласаҡ. 2020 йылдың беренсе кварталында тағын 62 автобус ҡайтасаҡ. Беҙ артабан да яңыртыуҙы планлаштырабыҙ һәм алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы хәл итәсәкбеҙ, — тине Нәдир Сәмиев.
Читайте нас: