Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Август 2019, 08:09

Битум етештерелгән ерҙә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды.

Төбәк етәксеһе нефтле юл битумы сығарған “Битум” йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты. Уның продукцияһын республикалағы һәм күрше төбәктәрҙәге ҙур юл-төҙөлөш ойошмалары ҡуллана. Яңы стандартлы битум етештереү өсөн предприятие техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырылған. Бында шулай уҡ заманса лаборатория барлыҡҡа килгән. Ул “Росавтодор”ҙың берҙәм аккредитацияланған лабораториялар реестрына инә һәм Superpave системаһы буйынса анализ яһау мөмкинлеген бирә. Радий Хәбиров уның эшмәкәрлеге менән танышты, һынауҙар үткәреү алымы менән ҡыҙыҡһынды.


Салауатта республика етәксеһе шулай уҡ “Салауатметалл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Предприятие төрлө металл ҡоролмаларҙы ҡыҙыу цинклау менән шөғөлләнә. Йәмғиәттең генераль директоры Юрий Кулешов әйтеүенсә, цинк менән ҡапланған ҡоролмалар тотороҡлолоғо менән айырылып тора, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты ла оҙағыраҡ.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: