Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2019, 10:40

Ҡазағстан менән хеҙмәттәшлек нығый

Ҡаҙағстандың беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша һөйләштеләр. Аралашыу барышында ике илдең хеҙмәттәшлек мәсьәләләре һәм киләсәк осрашыуҙар графигы тураһында һүҙ барҙы.

"Әңгәмә барышында Ҡаҙағстан-Рәсәй араһында сәйәси һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте тағын да үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ, Рәсәйҙә киләсәктә Ҡаҙағстан мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ.

Улар киләсәк осрашыуҙар графигын да төҙөнө", - тиелә Ҡаҙағстандың беренсе Президенты матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.

#ВладимирПутин
Читайте нас: