Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2019, 11:25

Мөһим социаль йүнәлештәр өҫтәмә финанслау алды

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостанда урындағы инициативаларға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыуға бюджет аҡсалары суммаһын 100 миллион һумға арттырған указға ҡул ҡуйҙы.

Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы даирәһендә тормошҡа ашырылыусы проекттар һанын арттырыу үтенесе менән ағымдағы йылдың май айында «Башҡортостан муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһының VIII съезы делегаттары Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән ине.

Урындағы инициативаларға нигеҙләнгән ижтимағи инфраструктура үҫеше проекттарын финанслауга Башҡортостан бюджетынан субсидияларҙы 400 миллион һумдан 500 миллион һумға тиклем арттырыу ағымдағы йылғы программаның конкурс аша һайлап алыуҙың минималь сиген кәметергә һәм халыҡ тәҡдим иткән 141 проектты ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ, киләһе йылда ла субсидия күләме һаҡланасаҡ.

Ағымдагы йылғы проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме, урындағы бюджеттарҙы, халыҡ һәм иғәнәселәр аҡсаларын финанслауҙы ла индереп, 750 миллион һумға етәсәк.

Указда, шулай уҡ, һирәк ауырыуҙарҙан интегеүсе кешеләрҙе дарыу менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдарҙы 140 миллион һумға арттырыу ҡаралған. Тулайым алғанда, быйыл дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән республика бюджеты аҡсаларының дөйөм күләме 2,3 миллиард һумдан артып китәсәк.
Читайте нас: