Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2019, 14:13

Беҙҙең ишектәр асыҡ, беҙҙең күңел киң

Башҡортостан менән Израил араһында тура һауа бәйләнеше булырмы? Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Израилдең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Гарри Корен рәсми осрашыу мәлендә фекер алышты.

Ғөмүмән, төбәктәр араһында ғилми-техник, вуз-ара, мәҙәни-гуманитар, туризм өлкәләрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Шулай уҡ медицина йәһәтенән дә ҡыҙыҡһыныу бар. Республика Хорев медицина үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә башланы. “Сикһеҙ Хорев” программаһы сиктәрендә Башҡортостан табиптарының беренсе төркөмө Израилгә стажировкаға барып ҡайтты. Ә октябрҙә Өфөлә I Рәсәй-Израил медицина форумы үтәсәк.


Гарри Корен белдереүенсә, биләмәнең инвестиция һәм туристик йәһәттән йәлеп итеүсәнлеген арттырыу өсөн Өфөнән Израилгә тура авиарейс асыу бик ярҙам итер ине.


– Беҙҙең ишектәр асыҡ, беҙҙең күңел киң, – тине осрашыу һуңында Радий Фәрит улы. – Беҙ һеҙҙең менән барлыҡ өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/be-e-ishekt-r-asy-be-e-k-el-ki/
Читайте нас в