Республикала ҡояштан эшләүсе электростанция үҫеше тураһындағы әлеге килешеүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән "Хевел" компанияһы төркөмөнең генераль директоры Игорь Шахрай ҡул ҡуйҙы. Үрге Бөрйән һәм Түбәнге Бөрйән ҡояш электростанциялары бөтә районды электр менән тәьмин итәсәк, ә авария осраҡтарында мөһим объекттарға автоном режимда электр энергияһы бирелә. Электр станциялары быйыл ноябрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тине Игорь Шахрай. Бөтә проекттар буйынса ошо эшкә 6 млрд һум аҡса бүленә. "Хевел" 2020 йылға тиклем республикала биш станция төҙөргә ниәтләй.