Иҡтисад
15 Августа 2019, 05:06

Радий Хәбиров Архангел районында «Сабитов» крәҫтиән-фермер хужалығының эше менән танышты

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Архангел районына эш сәфәре Березовка ауылында «Сабитов» крәҫтиән-фермер хужалығының эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды.

Ул 2016 йылда ойошторолған. Хужалыҡтың фермаһында 380 баш эре мал, шул иҫәптән ит йүнәлешле 200 һыйыр һәм 25 ат бар. Крәҫтиән-фермер хужалығына ҡараған 320 гектар ерҙә — иген культуралары, 150 гектарында күп йыллыҡ үлән сәселгән. Бында ит эшкәртеү буйынса цех та бар, ярымфабрикаттың 14 төрө етештерелә. Радий Хәбиров продукцияның ҡайҙа һатылыуы, үҙенең сауҙа маркаһы булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды.http://www.bashinform.ru/bash/1339953/
Читайте нас