Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2019, 16:35

Башҡортостанда 91 мең тонна ужым культуралары йыйып алынған

Республика аграрийҙары 91 мең тоннаға яҡын ужым ашлыҡтарын һуҡҡан, уңыш бер гектарҙан – 21,5 центнер. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең 5 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, бураларҙа иң күбе ужым бойҙайы – 53 мең тонна. 37 мең тонна арыш, 0,4 мең тонна тритикале һуғылған. Ямғырлы көндәр ужым йыйыуҙы туҡтатты, ләкин аграрийҙар ямғырҙар араһында эшләй.
Иң юғары темптар Урал алдының дала райондарында күҙәтелә, уларҙа ужым майҙандарының дүрттән бер өлөшө йыйып алынған. Мәҫәлән, Ейәнсура районында ужым йыйыуҙың өстән ике өлөшө тамамланған. Тулайым төшөм буйынса 19 мең тонна күрһәткес менән Дәүләкән районы алда бара.
Читайте нас в