Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2019, 11:39

«Башавтотранс» паркы йәнә 6 яңы автобус менән тулыланды

Автобустар республика район-ҡалалары пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Бынан ике аҙна элек кенә дәүләт предприятиеһына 20 автобус файҙаланыуға тапшырылғайны. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 300-ҙән ашыу яңы йәмәғәт транспортының килеүе көтөлә.

«Башавтотранс»предприятиеһы паркы йәнә өр-яңы автобустар менән тулыланды. Әлегә тик 6 йәмәғәт транспорт файҙаланыуға тапшырылды. Улар Өфө менән Тәтешле һәм Архангел районы үҙәктәрен, шулай уҡ Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел, Күмертау ҡалалары араһын яҡынайты.


Сергей Паскин, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары: “Әлбиттә, беҙҙең коллектив өсөн был ҙур ваҡиға! Водителдәр, хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн ҡыуаныс. Быға тиклем 20 автобус файҙаланыуға тапшырылһа, бөгөн тағы алтау өҫтәлде”.

Пассажирҙар өсөн дә маршрутҡа яңы автобус сығыуы әһәмиәтле ваҡиға. Бөрө ҡалаһына сәфәр тотоусылар багаждарын тапшырып, йәһәтләп урындарына ултырҙы.


44 урынға иҫәпләнгән йәмәғәт транспортында бар шарттар ҙа тыуҙырылған тип әйтергә мөмкин. Ултырғыстарҙың уңайлылыған тыш, бында кондиционер, сумаҙан һалыу өсөн махсус урындар ҙа ҡаралған.


Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан әйтеүҙәренсә, киләсәктә техника паркы тағы ла 350 урта һәм бәләкәй класлы йәмәғәт транспорты менән тулыланасаҡ. Был яңылыҡҡа бәйле идаралыҡ тарифтарҙың бер үҙгәрешһеҙ ҡаласағын да хәбәр итте.
Читайте нас: