Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2019, 23:43

Өйөңдө страховкала, түләмең әҙерәк булыр

Йорттарын һәм фатирҙарын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән страховкалаған граждандарға милеккә һалым һәм капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса льготалар бирергә тәҡдим итәләр. Ошондай башланғыс менән Финанс министрлығы сығыш яһаған.

Йорт һәм фатирҙарҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән страховкалау тураһындағы закон ошо йылдың 4 авгусынан көсөнә инә. Граждандарға һыу баҫыуҙан, газ шартлауҙан һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәрҙән милектәрен страховкаларға тәҡдим итәләр.


Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә торлаҡтың уртаса һигеҙ проценты страховкаланған, Мәскәүҙә был күрһәткес 50 процентҡа еткән.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Яндекс.ру

Читайте нас: