Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль 2019, 10:30

Бер-береңдең мәнфәғәттәрен аңлау һәм ышаныс кәрәк

Халыҡ-ара иҡтисад форумы донъялағы үҙгәрештәрҙе нисек сағылдырҙы?

“Форум ҡунаҡтарына Рәсәйгә иғтибары һәм дуҫтарса мөнәсәбәте өсөн рәхмәтлебеҙ, һеҙ яҡшы аңлайһығыҙ: эшлекле мөнәсәбәт нигеҙендә прагматизм, бер-береңдең мәнфәғәттәрен аңлау, ышаныс һәм туранан-тура һөйләшеү ята...” – халыҡ-ара йыйын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо һүҙҙәре менән башланып киткәйне. Сарала Башҡортостандан республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты һәм ғәйәт ҙур суммаға инвестиция килешеүҙәре төҙөүгә өлгәште. Ғөмүмән, ошо форум Рәсәйҙең генә түгел, беҙҙең республиканың да донъя иҡтисады әйләнешендә ҙур урын биләүен асыҡ күрһәтте. Хәйер, был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн ошо сараның һөҙөмтәләренә тулыраҡ анализ бирәйек.


Донъя Рәсәйһеҙ күҙ алдына ла килтерелмәй


Үҙенең бик ҙур майҙанды биләүе, тарихы, мә­ҙәниәте, халҡының ҡеүәте һәм иҡтисади мөм­кинлектәре буйынса Рәсәй донъяуи эшмәкәрлектең бер төрөнән дә ситтә ҡала алмай һәм был турала форумда бер нисә тапҡыр телгә алынды. Унда ҡатнашыусыларҙың да шул хәл-шарттарҙы аңлаған белгестәрҙән тороуы бәхәсһеҙ. Рәсәй ҙә үҫешен донъялағы бө­гөнгө көн тәртибенән ситтә төҙөй алмай.


Һуңғы йылдарҙа донъя иҡтисады йылына 2,8 про­центҡа үҫә бара. “Ләкин дәүләт етәкселәре лә, барыбыҙ ҙа шуны асыҡ танырға тейеш: үҫеш аҡрынлап барһа ла, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең бөгөнгө моделе бөлгөнлөк кисерә”, – тине Рәсәй Президенты. Был афәт һуңғы тиҫтә йылдарҙа ныҡ ҡабарған һәм элеккегә ҡарағанда етдиерәк ҡабул ителергә тейеш.


“Һалҡын һуғыш” тамамланғас та, донъя иҡтисады ҙур үҙгәреш кисерҙе, сөнки халыҡ-ара кимәлгә яңы баҙарҙар үтеп инде. 1991–2007 йылдарҙа элекке Советтар Союзының һәм Көнсығыш Европа дәүләттәренең баҙарҙары асылды, тауар күләме уларға ташҡын булып ағыла башланы. Әммә үҫешкә ҙур йоғонто яһаған был йүнәлештең ыңғай тәьҫире оҙаҡҡа барманы, 2008-2009 йылдарҙағы донъя иҡтисады бөлгөнлөгө быны асыҡ күрһәтте.


Сауҙа нигеҙ булыуҙан туҡтаны


Үҫештә тик күләм артынан ҡыуыу донъя иҡтисады проблемаларын хәл итмәне, улар фәҡәт артҡараҡ күсеп торҙо. Шул уҡ ваҡытта, Бөтә донъя банкы һәм Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2008-2009 йылдарҙағы бөлгөнлөккә саҡ­лы тауар һәм хеҙмәтләндереү буйынса донъя сауҙа­һы әйләнеше тулайым продукт күрһәткестәренән тиҙе­рәк үҫә барһа, артабан ул кәмеүгә табан китте. 2008 йылда етештереү менән сауҙа итеү әйләнештәре тигеҙләште һәм уларҙың һуңғыһы әлегә хәтлем күтәрелеп китә алмай.


Ғәмәлдә, сауҙа донъя иҡтисадының нигеҙе булыуҙан туҡтаны. Ул ғына түгел, донъя иҡтисады сауҙа һуғыштары осорона инде һәм йәшертен йәки асыҡтан-асыҡ протекционизм көсәйә бара.


Берәүҙе лә мәжбүр итмәйҙәр


Быға саҡлы иҡтисады үҫешкән илдәрҙең һатып алыу һәләте лә көслөрәк булһа, һуңғы утыҙ йылда ул донъя кимәлендә 58 проценттан 40 процентҡа төштө. Шул иҫәптән “Оло етәү”гә ингән иң алдынғы дәүләттәрҙең өлөшө 46 проценттан 30 процентҡа саҡлы кәмене. Быға яңы иҡтисадты дәүләттәрҙең ҡыҫырыҡлай барыуы сәбәпсе, уларҙың үҙҙәренә генә хас үҫеш йүнәлештәре, глобалләштереү шарттарына үҙҙәре дөрөҫ тип тапҡан ҡарашы бар. Әммә Көнбайыш илдәре һаман да үҙ өҫтөнлөгөн даулап маташа.


– Көнбайыш өсөн уңайлы система тарҡала башлағас, башҡа дәүләттәр яғынан көнәркәшлек көсәйгәс, элекке ҡеүәтле иҡтисадлы илдәрҙә өҫтөнлөктө теләһә ниндәй юл менән һаҡлап ҡалыу теләге барлыҡҡа килде, – тине Владимир Владимирович форумдағы сығышында. – Ошоға саҡлы даими рәүештә сауҙа азатлығы тураһында тәҡрарлаған дәүләттәр сауҙа һуғышы һәм санкциялар теленә күсте, асыҡтан-асыҡ иҡтисади рейдерлыҡты ҡуллана башланы, көнәркәштәрен баҙар иҡтисадына хас булмаған алымдар менән ситләтергә маташа.


Был тәңгәлдә ил етәксеһе бер миҫал килтерҙе. “Төньяҡ ағымы-2” газ үткәргесен һалыуҙа Рәсәй белгестәре лә, Европа вәкилдәре лә ҡатнаша. Проект Европаның энергетик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе, өҫтәмә эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота һәм Рәсәйҙең дә, европаларҙың да мәнфәғәттәренә берҙәй яуап бирә. “Әгәр ҙә ошо мәнфәғәттәргә яуап бирмәһә, беҙ был төҙөлөштә Европалағы хеҙмәттәштәрҙе бөтөнләй күрмәҫ инек. Уларҙы кем ошо эштә ҡатнашырға мәжбүр итһен?” – ти Рәсәй Президенты.


Әммә өҫтөнлөк улар яғында ғына булырға тейеш тип һанаған көстәр быға риза түгел, шуға күрә проектты тормошҡа ашырыуға бер туҡтауһыҙ ҡаршы төшәләр. Бындай “эшмәкәрлек”тең ғәҙәти энергетика, сеймал, тауар баҙарҙарын ғына түгел, ә яңы тыуған өлкәләрҙе лә – мәҫәлән, һанлы технологиялар даирәһен – ҡаҡшатыуы борсолоу тыуҙырмай ҡалмай.


Ике донъя араһындағы упҡын


Монополиялылыҡ һәр ваҡыт килемде башҡалар иҫәбенә бер үк ҡулдарға туплауҙы аңлата. Был осраҡта хатта яңы технологик тулҡынды моно­полияларға уның емештәрен ҡулланыуҙы сикләргә маташыу глобаль тигеҙһеҙлекте тағы ла көсәйтә төшә. Был иһә ҡитғалар һәм илдәр араһында ғына түгел, ә бер үк дәүләттең төбәктәре араһында ла сағыла. Ә бит был хәл – донъяла тотороҡһоҙлоҡ һәм ыҙғыш барлыҡҡа килеүҙең нигеҙе. Эш килемдәр араһында һәм матди яҡтан тигеҙлек барлыҡҡа килеүҙә генә түгел, ә кешеләр өсөн мөмкинлектәрҙең сикләнеүендә лә.


Һөҙөмтәлә ике донъя барлыҡҡа килә, һәм улар араһындағы упҡын тәрәнәйә бара. Кемдәрҙер өсөн иң алдынғы мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаларына, заманса технологияларға ишек асыҡ, ә кем­дәрҙеңдер фәҡирлектән ысҡынырға хатта форсаты ла тыйылған. Ә донъяның ҡайһы бер мөйөштәрендә астан үлмәҫ өсөн көс түгергә тура килә.


Бөгөн донъяла 800 миллиондан ашыу кеше эсәр һыуға мохтажлыҡ кисерә, планета халҡының 11 процентына ризыҡ етмәй. Нигеҙендә ғәҙелһеҙлек ятҡан система бер ҡасан да тотороҡло һәм тигеҙләнгән була алмаясаҡ.


Өс шарт. Өсәүһе лә мөһим


Владимир Путин форумда илдең донъя баҙарындағы урынын билдәләргә тейешле шарттарҙы телгә алды:

Беренсе шарт – кешенең һау һәм етеш йәшәүе, һәләттәрен асырға мөмкинлеге булыуы.


Икенсе шарт – йәмғиәттең һәм дәүләттең йәнле технологик үҙгәрештәргә һиҙгерлеге.


Өсөнсө шарт – эшҡыуарлыҡ башланғыстары өсөн азатлыҡ. Был шарт үҙе генә лә ике йүнәлештән тора:

1. бөгөн тулайым эске продукт күләме Рәсәй халҡының һатып алыу һәләте буйынса йән башына 30 мең долларға тура килә. Көньяҡ һәм Көнсығыш Европа илдәрендә лә был күрһәткес шул сама. Шунан сығып, иҡтисадты үҫтереү һәм граждандарҙың килемен күтәреү, фәҡирлекте кәметеү, ғүмер оҙайлылығын арттырыу буйынса милли маҡсаттар билдәләү, төп үлсәмдәр буйынса Европалағы уртаса кимәлгә сығыу һәм шунда нығыныу;


2. технологик үҫеште тиҙләтеү. Бында мөмкинлектәр үтә киң. Ил етәксеһе ошо тәңгәлдә технологияларҙы беренселәрҙән ҡуллана башлаусылар араһында булыу бурысын ҡуйҙы. Эксперттар фекеренсә, алдағы ун йыл эсендә донъяның тулайым эске продукты күләменең үҫеше яһалма интеллектты ҡулланыу иҫәбенә йыл һайын 1,2 процент тәшкил итәсәк.


Рәсәй иң алдынғы технологик ысулдар булдырыу өсөн етди ғилми кадрҙарға, шулай уҡ эште башлап ебәреү өсөн киң мөмкинлектәргә эйә. Шул айҡанлы Владимир Путин дәүләт һәм шәхси компанияларға ғилми-технологик йүнәлештәрҙә төп башҡарыусылар булырға тәҡдим итте. Был йүнәлештәге хеҙмәттәшлек нисек тормошҡа ашырыласаҡ?


Килешеү нигеҙендә компаниялар ғилми-тикшеренеү эштәрен һәм инженер кадрҙарын әҙерләүҙе, шулай уҡ сит илдәрҙән белгестәр йәлеп итеүҙе инвестициялаясаҡ, ә дәүләт финанс һәм һалым яғынан ярҙам итеүҙе, юғары технологиялы продукцияға ихтыяжды арттырыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Был продукцияның бер өлөшөн дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алыу ҙа күҙ уңында тотола, сөнки баҙарҙы ошондай төр продукция менән тултырыу – төп талап.


Былтыр сумма ике тапҡырға аҙыраҡ ине


Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы республикабыҙ өсөн бик емешле булды: яҡын киләсәктә Башҡортостанға 80 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция йәлеп ителәсәк. Республика делегацияһы форумда ошондай суммаға килешеүҙәр төҙөнө. Былтырғы ошо уҡ форумда был сумма ике тапҡырға аҙыраҡ ине. Өҫтәмә эш урындары буйынса ҡарағанда, улар беҙҙә өс меңгә артасаҡ. Шуныһы ла мөһим: эшҡыуарҙар тәҡдим иткән инвестиция проекттарының әҙерлек кимәле юғары, тимәк, уларҙы яҡын арала тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар.


Төбәк етәкселеге эшҡыуарҙар менән Өфөлә “Рәсәй почтаһы” логистика үҙәгенең илдәге иң ҙур вагон ремонтлау заводын төҙөү тураһында һөйләшеп килеште. “RAILGO” транспорт-логистика компанияһы башҡарасаҡ был эш 20 миллиард һум сығым талап итәсәк, 250 өҫтәмә эш урыны барлыҡҡа килә. Предприятие илдең күп төбәктәренән нефть цистерналарын хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк. Ә ҙур логистика үҙәге Азиянан тиҫтәләрсә мең дана посылка алыуға һәм эшкәртеүгә иҫәпләнгән, артабан улар күрше төбәктәргә таратыласаҡ. Төҙөлөшкә 1,5 миллиард һум тотоноу ҡаралған. Ошо үҙәк ташыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ һәм ҡаҙнаға һалым күләмен арттырасаҡ.


Энергетика ҡеүәттәренә ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн Башҡортостанда тағы өс ҡояш электр станцияһы төҙөләсәк, ә “Росатом” Урал аръяғында тиҙҙән бәләкәй атом электр станцияһы һалырға ниәтләй. Электр менән тәьмин итеүҙең альтернатив сығанаҡтары буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы урынды биләй. Ҡояш электр станциялары быға саҡлы ла өсәү ине һәм эксперттар уның эшен юғары баһалай. Был объекттарҙың яңылары Стәрлебаш һәм Бөрйән райондарында ҡалҡып сығасаҡ.


Нефтекама автозаводы ла яҡын йылдарҙа етештереү күләмен арттырырға уйлай. Радий Хәбиров менән осрашҡанда КамАЗ-дың генераль директоры Сергей Когогин шуны раҫланы: автогигант КамАЗ-ды үҫтереүҙе дауам итәсәк. Быйыл предприятиеның етештереү әйләнеше 20 миллиард һумдан ашасаҡ – былтырғы менән сағыштырғанда, был 33 процент үҫеш тигәнде аңлата.


Республиканың форумдағы стендында Баш­ҡортостан делегацияһы Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фонды менән дә килешеү төҙөнө. Ул айырым социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе тип танылған биш ҡалаға ташламалы кредит биреүгә ҡағыла. Ошо ҡалаларҙың эшҡыуарҙары процентһыҙ нигеҙҙә ҙур заемдар юллай аласаҡ. Уларҙың тәүгеһен яҡын арала Күмертау элеваторы аласаҡ – компанияға ете йылға 250 миллион һумлыҡ ссуда раҫланған.


Башҡортостан – тәүге 20 төбәк араһында


Ике көн барған форумда республика делегацияһы эшҡыуарлыҡ даирәләрендә һөйләшеү алып барыу менән генә сикләнмәне. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡа төбәктәр етәкселәре менән дә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләште. Татарстан делегацияһы менән осрашҡанда үҙ-ара сауҙа күләмен үҫтереү тураһында килештеләр һәм мәҙәни, социаль өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлекте артабан йәнләндереү кәрәклеге тағы бер тапҡыр билдәләнде.


Төбәктәрҙәге инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингына йомғаҡ яһау, йолаға ярашлы, Петербург форумының төп сараларының береһенә әйләнде. Быйыл Башҡортостан әлеге күрһәткесте байтаҡҡа яҡшыртты: исемлектә 23-сө урындан 16-сыға күтәрелде. Шулай итеп, республика Рәсәйҙең бизнес алып барыу иң уңайлы булған тәүге 20 төбәгенә инә.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: