Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2019, 11:18

Эшҡыуарҙарға 4 процентҡа кредит бирелә

“Башҡортостан микрокредит компанияһы” моноҡалаларҙа бизнес өсөн льготалы займдар бирә.

Тәүге кредиттар Учалы һәм Сибай ҡалаларында тапшырылды. Эшҡыуарҙар был аҡсаға магазин төҙөргә һәм булған кредиттарын ҡаплауға тотонорға ҡарар иткән.

Бизнесҡа ярҙам маҡсатында “Башҡортостан микрокредит компанияһы”на 500 миллион һум бүленде. Эшҡыуарҙарға льготалы шарттарҙа үтескә аҡса алырға мөмкин.
Читайте нас: