Икенсе Указ менән Рәсүл Таипов үҙ теләге буйынса Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан китте.
Геннадий Разумикин 1976 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
2004 – 2011 йылдарҙа – «Болғар радиоһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
2011 йылда – «Волга-Медиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, генераль директор вазифаһын башҡарыусы.
2011 – 2013 йылдарҙа – «Төньяҡ Кавказ курорттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте департаментының бүлек етәксеһе, директоры.
2014 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Истра ҡала округы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, етәксенең беренсе урынбаҫары.