Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Октябрь 2018, 16:12

Башҡортостан 24 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 47 мәктәп автобусы ала

Рәсәй Хөкүмәте мәктәп автобустары һәм ашығыс ярҙам автомобилдәре һатып алыуға резерв фондтан 5 миллиард һум бүлгән.

Бөгөн Хөкүмәт сайтында баҫылып сыҡҡан документта өҫтәмә 885 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле һәм 1401 мәктәп автобусы менән тәьмин итеү ҡаралған тип билдәләнгән. Уларҙы алыуға 2,5-шар миллиард һум бүленә.
Башҡортостан 24 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 47 мәктәп автобусы ала. Рәсәйҙең ҙур автомобиль етештереүселәре – «ГАЗ», «УАЗ», «Форд Соллерс», «ПАЗ», «КАВЗ» һәм «ВОЛГАБАС» ашығыс медицина автомобилдәре һәм мәктәп автобустары менән тәьмин итеүсе тип билдәләнгән.
Алдан, 5 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәр өсөн транспорт һатып алыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо документҡа ярашлы, Башҡортостан йыл аҙағына тиклем 25 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 41 мәктәп автобусы алырға тейеш ине.
Әле Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы автопаркында 470 берәмек иҫәпләнә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, улар яҡынса 70 процентҡа туҙған.

Читайте нас: