Йәғни, әгәр ойошма, предприятие йәки шәхси эшҡыуар ваҡытында пенсияға, социаль һәм медицина страховкаларына ваҡытында иғәнәләр күсермәһә, уның иҫәптәре ваҡытлыса туңдырыласаҡ, тип аңлаттылар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында. Эш биреүсе һәр хеҙмәткәренең эш хаҡынан пенсия фондына – 22%, медицина страховкаһына – 5,1%, социаль страховкаға – 2,9%, эш хаҡынан бөтәһе 30% күсерергә тейеш тип хәтергә төшөрҙөләр ведомствола. Федераль һалым хеҙмәте 2017 йылдың 1 ғинуарынан страховка иғәнәләрен йыйыу менән етәкселек итә.