Ошо көндәрҙә Айтуған ауылынан Фәүәт Рәхимҡоловтың крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығында мал аҙығы әҙерләү эштәре тулы көскә бара. Улдары менән бергәләп эшләй ул. Ауыл эргәһендәге бесәнлектәрҙә әҙер бесән рулондары ята. Уларҙы яҡын арала йылҡы фермаһына ташыясаҡтар. Тимәк, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы бар.
- Бөгөнгө көндә 150 рулон бесән әҙерләнек. Ошо мал аҙығы ҡышҡылыҡҡа тулыһынса етәсәк, - ти ышаныслы фермер. - Әммә мал аҙығы әҙерләү әлегә дауам итә.Һолоно ат яратып ашай, уҙған йылдарҙа уны үҙебеҙ үҫтерҙек, ә быйыл һатып алырға ҡарар иттек, сөнки былай еңелерәк һәм ҡулайлыраҡ тип уйлайым.
Бесән әҙерләү өсөн фермерҙың МТЗ-82 тракторы, бесән сапҡысы бар, күптән түгел тырма һатып алған. Пресс-йыйғысты таныш фермерҙарҙан ҡуртымға алып тора.
- Егеттәр менән һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ, берҙәм эшләйбеҙ, билдәле булыуынса, барлыҡ эштәрҙе яңғыҙ атҡарып сығыу мөмкин түгел, - ти Фәүәт Талип улы.
Ф.Рәхимҡоловтың йылҡы малын яратыуы ҡандан килә. Бына бер нисә йыл ул йылҡы үрсетеү һәм шифалы эсемлек - ҡымыҙ әҙерләү менән шөғөлләнә. Хужалыҡ эштәрен алып барырға уға ғаиләһе - тормош иптәше Гөлназ Фәрит ҡыҙы, Алмаз һәм Салауат исемле улдары, туғандары, ауылдаштары ярҙам итә. 2015 йылда дәүләттән алған финанс ярҙам да урынлы була. Бөгөн фермерҙа алтмыштан ашыу йылҡы бар, шуларҙың ун биш бейәһе һауыла. Улар ҙур иғтибар талап итә. Иртәнге дүртенсе яртыла хужа уларҙы көтөүлеккә сығара. Иртәнге һалҡында малдар рәхәтләнеп үлән ашай. Ә ҡояш юғары күтәрелгәс, йылҡы өйөрөн йәйге лагерға килтереп, унда ҡолондарҙы бейәләрҙән айыралар. Бейәләрҙе тәүлегенә өс тапҡыр, сәғәтләп һауалар. Беренсе һауым төш ваҡытында башлана, икенсеһе - ике сәғәттән һуң, алтынсы яртыла - киске һауым. Бейәләрҙе һауыу әлегә механикалаштырылмаған, әммә планда - электр генераторы һәм һауыу аппараты һатып алыу.
Уларҙы һауыу менән Фәүәттең тормош иптәше Гөлназ мәшғүл, ә уға был еңел булмаған эштә әсәһе һәм туғаны Ләйсән Яҡупова ярҙам итә. Көнөнә 50-55 литр ҡымыҙ әҙерләйҙәр.
Беҙ әңгәмәләшкән ваҡытта, йәнәшәбеҙҙән ауылда йәшәүсе Нурия Ғайсина үтеп бара ине, беҙҙең район гәзитенән булыуыбыҙҙы белгәс, Рәхимҡоловтар ғаиләһе тураһында бер нисә һүҙ әйтергә теләне:
- Ауылдаштарыбыҙ эшһөйәр, булдыҡлы. Бөтә ауылды тәмле ҡымыҙ менән тәьмин итәләр. Балаларҙы бушлай һыйлайҙар - изге күңелле кешеләр.
Улар бик ҡунаҡсыл, ихлас хужалар булып сыҡты. Уларға туғандары ла, ҡымыҙ һатып алыусылар ҙа йыш килә икән. Хатта уларҙың эттәре лә кешеләрҙең күп килеүенә өйрәнгән, күрәһең - уҫал күренеүгә ҡарамаҫтан, ул тирә-яҡты тыныс ҡына күҙәтеп ятты.
- Ҡымыҙ артынан бөтә ауыл халҡы килә, - ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. - Продукциябыҙҙы шулай уҡ яҡын-тирә ауыл, район үҙәгенә «Нур» һәм «Эльвина» (Совет урамында) магазиндарына илтәбеҙ.
Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында яңы таныштарыбыҙ - Зилә Әхтәмова менән Розалия Кантюкова һөйләне. Зилә апай һәр йәй ҡымыҙ эсеп, дауаланыр өсөн Салауат ҡалаһынан Айтуған ауылына ҡайта.
Ҡымыҙ етештереү миҙгеле ғәҙәттә май айында башлана һәм сентябргә тиклем дауам итә. Хәҙер - миҙгелдең ҡыҙыу мәле, тимәк, фермерҙың эштәре - мәшәҡәттәре етерлек.
- Улдарыбыҙ - беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ, - тиҙәр ирле-ҡатынлы Рәхимҡоловтар. - Эш ҡушҡанды көтөп тормайҙар, барыһын да үҙҙәре белеп эшләй. Беҙ башлаған эште улар дауам итер тип ышанабыҙ.
Алмаз менән Салауат ата-әсәһенән эшһөйәрлек кенә түгел, ныҡышмалылыҡ, тәүәккәллек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек һәйбәт сифаттар алғандыр, тип уйлайбыҙ. Улар, һис шикһеҙ, киләсәктә ғаилә эшен үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.