Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июль 2018, 10:52

Республикала бер айлыҡ йәшәү минимумы күләме билдәләнде

Башҡортостанда 2018 йылдың I кварталы өсөн йән башына уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләме билдәләнде. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ул 8615 һум тәшкил итә.

Төп социаль-демографик халыҡ төркөмө өсөн йәшәү минимумы эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 9141 һум, пенсионерҙар өсөн – 7027 һум һәм балалар өсөн 8695 һум күләмендә билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Йәшәү минимумы күләме Башҡортостанда ҡулланыу кәрзине һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республика буйынса Территориаль органдың аҙыҡ-түлеккә, унан тыш тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтарының кимәле тураһында мәғлүмәттәр нигеҙендә квартал һайын билдәләнә.
"Башинформ".
Читайте нас: