2019 йылда эшләмәгән пенсионерҙың пенсияһына өҫтәмә айына яҡынса мең һум йәки йылына 12 мең һум тәшкил итергә тейеш. Ағымдағы йылдың аҙағына, Топилин һүҙҙәренсә, пенсияларҙың күләме 14 мең 414 һумға тиклем арта.
«Берәүҙәрҙең пенсияһы күберәк, икенселәрҙең аҙыраҡ, сөнки һәр кешенең пенсия күләме төрлөсә. Мин уртаса пенсияларҙан сығып һүҙ йөрөтәм, — тине министр. — Әгәр бер ни ҙә эшләмәһәк, пенсия системаһы параметрҙарын үҙгәртмәһәк, пенсия йәшен арттырмаһаҡ, пенсия системаһының федераль ҡаҙнанан алынған страховка иғәнәләре һәм трансферттар иҫәбенә ресурстары һәм мөмкинлектәре юҡ, шуға күрә эксперттар, төрлө профессиональ төркөмдәр тикшергән ҡарарҙы ҡабул иттек. Был — берҙән-бер сығыу юлы».