Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2018, 11:29

Май айында Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн шәхси консультациялар ойошторола

Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге һорауҙары буйынса бушлай шәхси консультациялар уҙғарыуын дауам итә.

7, 14, 21 һәм 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы юлдар» темаһы буйынса консультация үткәрә.
14 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым билдәләүҙе оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» буйынса кәңәш бирә.
23 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Занин и Со» үҫеш үҙәге рекрутеры, персонал һайлау, баһалау һәм үҫтереү буйынса консультанты Юлия Кривная «Предприятиела дөрөҫ персонал һайлауҙа файҙалы алымдар» темаһына консультация уҙғара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Консультациялар Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1 адресы буйынса 6-сы павильонда, 6-22-се бүлмәләрҙә үтә.
Алдан (347) 264-62-90, 243-38-37 телефондары буйынса йәки [email protected] электрон почта аша теркәлергә кәрәк. "Башинформ".
Читайте нас: