Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Апрель 2018, 12:19

Башҡортостан Ҡырымда Белогорск районына газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә

Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районындағы тораҡ пункттарға газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә.

Был хаҡта Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов Facebook социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан белгестәре Ҡырым Республикаһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Белогорск районы хакимиәте менән бергә районға газ үткәреү схемаһын тикшерә башлаған.
«Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Башҡортостандағы дуҫтарыбыҙ һәм партнерҙарыбыҙ булышлығында төрлө өлкәләрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта — социаль объекттарҙы ремонтлау», — тип билдәләне Сергей Аксенов.
Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм республика халҡына төбәкте үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Белогорск районына газ үткәреү буйынса эштәр Ҡырым менән Башҡортостан араһындағы хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә алып барыла. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына 2017 йылдың майында ҡул ҡуйылғайны, уға социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең төп өлкәләрендәге 12 йүнәлеш ингән. "Башинформ".
Читайте нас: