– Тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлау, ерҙең биоресурс ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙаланыу – «йәшел иҡтисад»тың төп принциптары. Беҙ органик продукттарҙы, экологик яҡтан таҙа, файҙалы аҙыҡ-түлекте лә үҙләштерә башланыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында башҡараһы эштәр байтаҡ, ләкин беҙ эште нисек алып барырға кәрәклеген аңлайбыҙ. Башҡортостан илебеҙҙә экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы продукттар етештереү үҙәктәренең береһе булыр тип ышанам.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, республика продукцияһы Рәсәй баҙарында күптән үҙен күрһәтеп өлгөргән.
– Дөйөм алғанда, Башҡортостан бренды – «Башҡортостанда етештерелгән», «Башҡорт балы» тураһында әйтәһе лә түгел – быларҙың һәммәһе лә илебеҙҙә танылыу алған, ҙур һорау менән файҙалана. Беҙ планканы төшөрөргә йыйынмайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. "Башинформ".