Банк-агент бүлексәләре исемлеге, уларҙың эш режимы хаҡында мәғлүмәтте 8-800-250-57-57 телефоны буйынса алырға мөмкин.
«УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йөкләмәләре реестрына ярашлы, 5,9 миллиард һум самаһы суммаға страховка түләүе өсөн яҡынса 9,7 мең аҡса һалыусы, шул иҫәптән 6,5 миллион һумға 67 эшҡыуар мөрәжәғәт итә ала. Түләүҙәр бер йыл дауамында, 2019 йылдың 28 февраленә тиклем, ҡайтарыла.
Клиентҡа аҡсаһы, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өсөн асҡан бөтә иҫәптәре һәм вкладтары буйынса тулы күләмдә ҡайтарыла, әммә дөйөм алғанда 1,4 миллион һумдан күберәк түгел. Вкладтар буйынса аҡса ҡайтарыу тәртибе хаҡында дөйөм мәғлүмәтте 8-800-200-08-05 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса алырға була. "Башинформ".