Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2018, 14:14

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән Технологик үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлек йүнәлештәрен тикшерҙе

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары Вадим Куликов менән осрашты. Өфөлә ул Рәсәй сәнәғәт форумы сараларында ҡатнаша. Осрашыу барышында яҡтар республика менән ойошманың төрлө эшмәкәрлек аспекттарын, киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

Вадим Куликов төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәре иҫәбендә нефть химияһын, аграр тармаҡты һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты атаны. Мәҫәлән, уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҙур микро һәм аҙ тоннажлы нефть химияһы етештереү потенциалына эйә.
— Был һуңғы ваҡытта бөтөнләй юғалған тиерлек компетенциялар. Хәҙер был компетенцияларҙы тергеҙергә теләйбеҙ, – тине ул. – Республика Башлығы менән беҙ республика етәкселеге, Агентлыҡ һәм ойоштороусыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан бындай проекттар иң юғары өҫтөнлөккә эйә буласағы хаҡында килештек, әлбиттә.
Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бөртөклө культураларҙы тәрән эшкәртеү хаҡында һүҙ бара.
— Рәсәй Федерацияһы ғәйәт ҙур аҡсаға – тиҫтәләгән һәм йөҙләгән миллиард һумға – аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре һатып ала. Унан бигерәк, улар беҙ башланғыс сеймал сифатында етештерергә өйрәнгән шул ауыл хужалығы продукттарынан эшләнә, – тип билдәләне Вадим Куликов. – Игенде экспортҡа сығарыу дөйөм алғанда нефтте экспортлауҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тип иҫәпләйбеҙ. Беҙгә шулай ҙа Рәсәйҙән тәрән эшкәртеүҙе экспортларға һәм өҫтәлгән хаҡты республикала, төбәк һәм муниципаль ҡаҙналарҙа ҡалдырырға кәрәк.
Ойошма шулай уҡ республика менән электрониканы үҫтереү, телемедицинаны киң индереү, экологик хәлде анализлау, төрлө ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлек алып барырға әҙер.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән Технологик үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлек йүнәлештәрен тикшерҙе Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары Вадим Куликов менән осрашты. Өфөлә ул Рәсәй сәнәғәт форумы сараларында ҡатнаша. Осрашыу барышында яҡтар республика менән ойошманың төрлө эшмәкәрлек аспекттарын, киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
Вадим Куликов төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәре иҫәбендә нефть химияһын, аграр тармаҡты һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты атаны. Мәҫәлән, уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҙур микро һәм аҙ тоннажлы нефть химияһы етештереү потенциалына эйә.
— Был һуңғы ваҡытта бөтөнләй юғалған тиерлек компетенциялар. Хәҙер был компетенцияларҙы тергеҙергә теләйбеҙ, – тине ул. – Республика Башлығы менән беҙ республика етәкселеге, Агентлыҡ һәм ойоштороусыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан бындай проекттар иң юғары өҫтөнлөккә эйә буласағы хаҡында килештек, әлбиттә.
Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бөртөклө культураларҙы тәрән эшкәртеү хаҡында һүҙ бара.
— Рәсәй Федерацияһы ғәйәт ҙур аҡсаға – тиҫтәләгән һәм йөҙләгән миллиард һумға – аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре һатып ала. Унан бигерәк, улар беҙ башланғыс сеймал сифатында етештерергә өйрәнгән шул ауыл хужалығы продукттарынан эшләнә, – тип билдәләне Вадим Куликов. – Игенде экспортҡа сығарыу дөйөм алғанда нефтте экспортлауҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тип иҫәпләйбеҙ. Беҙгә шулай ҙа Рәсәйҙән тәрән эшкәртеүҙе экспортларға һәм өҫтәлгән хаҡты республикала, төбәк һәм муниципаль ҡаҙналарҙа ҡалдырырға кәрәк.
Ойошма шулай уҡ республика менән электрониканы үҫтереү, телемедицинаны киң индереү, экологик хәлде анализлау, төрлө ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлек алып барырға әҙер.
Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ил продукцияһының конкуренция һәләтенә ирешеү маҡсатында донъя кимәлендәге технологик ҡарарҙарҙы индереүҙә Рәсәй предприятиеларына булышлыҡ итеү өсөн 2016 йылда ойошторолдо. Ойошманың бурысы – үтә яңы донъя технологиялары трансферы юлы менән Рәсәй сәнәғәтенең конкуренцияға һәләтен һәм капитал күләмен күтәреү.
"Башинформ".
Читайте нас: