Бизнесты алып барыуҙы яҡшыртыу эштәре даирәһендә район хакимиәте тарафынан «Муниципаль райондың инвестиция паспорты» эшләнде, бында инвестиция проекттары һәм ирекле инвестиция майҙансыҡтары буйынса мәғлүмәт, шулай уҡ инвесторҙар өсөн барлыҡ кәрәкле белешмә ҡуйылған. Паспорт райондың инвестиция ресурстары потенциалын, асыҡ һәм үҙ-ара табышлы шарттарҙы асырға мөмкинлек бирә. Райондың рәсми сайтында «Инвестиция эшмәкәрлеге» бүлеге булдырылған, бында инвестиция паспорты һәм ошо эшмәкәрлеккә ҡағылған башҡа мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Имен инвестиция климатын тәьмин итеү, инвестицияның һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында, уҙған йыл аҙағында 2025 йылға тиклем Стәрлебаш районында инвестиция стратегияһы раҫланды. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге тарафынан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, ағымдағы йылдың 1 ғинуарына хужалыҡ субъекттары тарафынан тормошҡа ашырылған һәм планлаштырылған инвестиция проекттары реестрында район территорияһында 15 проект иҫәпләнә, уларҙың дөйөм хаҡы - 914,5 млн. һум. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә түбәндәгеләр иң эре инвестиция проекты булып тора: - йылына 1 мең тонна һөт етештереү буйынса 200 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһын («Күндерәк» хужалығы) реконструкциялау; - һөтсөлөк фермаһы («Урожай» йәмғиәте) төҙөү; - 200 баш малға һыйыр аҙбары («Күндерәк» хужалығы) төҙөү; - тирмән, ярма ярғыс, икмәкхана һәм май һығыу предприятиеһын төҙөү (Ибраҡай ауылы).